+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Фильмдар
2 Ғинуар 2023, 16:00

Һөйөнсө! “Буран ФМ” телеспектакле ҙур экранға сыҡты

“Юлдаш” радиоһы коллективы әҙерләгән спектакль буйынса БСТ телеканалы фильм төшөргән. Уның презентацияһы Өфөнөң “Родина” кинотеатрында  26 декабрь булды.

Һөйөнсө! “Буран ФМ” телеспектакле ҙур экранға сыҡты
Һөйөнсө! “Буран ФМ” телеспектакле ҙур экранға сыҡты

“Буран ФМ” проектының идея авторы "Юлдаш" радиоһының баш мөхәррире Миләүшә Ҡасим ҡыҙы Йәғәфәрова, сценарий авторы Айбулат Сәсәнбаев. Уны фильм булараҡ төшөрөүсе режиссер Франгизә Илбәкова.
Был фильмда уйнаусыларҙың барыһы ла "Юлдаш" радиоһы хеҙмәткәрҙәре. Улар тығыҙ эштәренән ваҡыт табып, камера алдында ысын артистарҙан бер ҙә ҡалышмай, фильмда төшкән.  Кемдәр фильмды килеп күрмәгән, 3 ғинуарҙа 19:30 сәғәттә БСТ каналында ҡарай алаһығыҙ.

Ролдәрҙә:
Ришат – Йәмил Ишмөхәмәтов
Гөлнара – Динара Сафина
Зилә – Айгүзәл Сәрсембаева
Радио алып барыусыһы – Айбулат Сәсәнбаев
Вәлимә Вадимовна – Рәмилә Ҡужина
Байрас – Филүс Ҡасимов
Фәрит – Алмаз Бәширов
Капитан Зәйнуллин – Венер Фәйзуллин
Дөйөм сәхнәләрҙә: Салауат Заманов, Сәриә Рамазанова, Салауат Шәмсетдинов, Алина Сәғитова.
Эшләнеләр:
Йырҙар – Риф Арыҫлан көйө, Айбулат Сәсәнбаев һүҙҙәре,
Сценарий авторы – Айбулат Сәсәнбаев
Ҡуйыусы режиссер – Зилә Лира
Телевизион режиссер – Фрәнгизә Илбәкова
Тауыш режиссеры - Азат Әмерханов
Аранжировкалаусы - Айбулат Кәримов..

Автор:
Читайте нас: