Фестивалдең статуэткаһын һәм дипломын жюри рәйесе, театр һәм кино актеры, Беларус Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Виктор Васильев режиссер Булат Йосопов, продюсер Леонид Филинов һәм фильмдың рәссамдары Айгөл һәм Әлиә Байрамғоловаларға тапшырҙы.
Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың тормошона һәм ижадына арналған «Шағир көндәлеге» фильмы – «Беренсе Республика» милли трилогияһының йомғаҡлау картинаһы, уға шулай уҡ «Бабич» һәм «Беренсе Республика» фильмдары инә.
Фото: Башинформ