-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Фильмдар
2 Апрель 2023, 13:00

Мостай Кәримдең повесы буйынса «Ярлыҡау» хәрби драмаһы Рәсәй прокатына сыға

4 майҙа Рәсәйҙә «Ярлыҡау» хәрби драмаһы прокатҡа сыға. Фильм совет башҡорт әҙәбиәте классигы Мостай Кәримдең повесы буйынса төшөрөлгән. Премьера Мәскәүҙә, Өфөлә һәм Ҡазанда күрһәтелә, тип хәбәр иттеләр «Башинформ»ға Мостай Кәрим исемендәге фондтың матбуғат хеҙмәтенән.

Мостай Кәримдең повесы буйынса «Ярлыҡау» хәрби драмаһы Рәсәй прокатына сыға
Мостай Кәримдең повесы буйынса «Ярлыҡау» хәрби драмаһы Рәсәй прокатына сыға

Сюжет үҙәгендә — 20 йәшлек сержант-танкист Любомир Зухтың тарихы, ул яҙмыш ҡушыуы буйынса төпкөл ауылға килеп эләккән испан коммунистарының ҡыҙы Мария-Терезаға ғашиҡ. Ҡыҙ ҙа уны ярата. Частә «отбой» командаһы яңғырағас та, сержант һөйгәне янына ашыға. Ләкин ул һуғыш осоро ҡануны буйынса енәйәт ҡылғанын аңламай, ә бының өсөн юғары яза бирелергә тейеш.

- «Ярлыҡау» – Мостай Кәримдең һуғыштан һуң 40 йылға яҡын уйлап йөрөгән шәхси әҫәре, – тип һөйләй картинаның продюсеры, бөйөк классиктың ейәне Тимербулат Кәримов. – Мостафа Сафа улы институт эскәмйәһенән һуғышҡа алына, ҡаты яралана, әммә йәнә фронтҡа юллана һәм Еңеүҙе Венала ҡаршылай. Һуғыш уның тормошонда һәм ижадында тәрән эҙ ҡалдыра, йылдар үткәс тә ул уйҙарында һынауҙар һәм юғалтыуҙар менән тулы көндәргә әйләнеп ҡайта. «Ярлыҡау» – үҙенсәлекле әҙәби әҫәр, уны яңыса уҡыу бер кемде лә битараф ҡалдырмаҫ.

Режиссер Айнур Асҡаров һүҙҙәренсә, «фильмдың төп ваҡиғаһы — йәш һалдат Любомир Зухтың дезертирлығы. Драматургия контрапунктта төҙөлә. Бер яҡтан — мөхәббәткә сарсау, икенсенән — һуғыш. Беҙ һуғыштағы йәшлек, хис-тойғолар һәм бурыс, өлкәнәйеү, әхлаҡ һәм закон бәрелеше хаҡында бәйән итәбеҙ».

Фильмдың продюсерҙары – Мостай Кәримдең повесы буйынса «Һеңлекәш» блокбастерын төшөргән Тимербулат Кәримов, Михаил Курбатов һәм Дмитрий Фикс.

Картинаның режиссеры – Айнур Асҡаров («Өс таған»«Буран»«Өфөнән һөйөү менән»). Фильмдың сценарий авторы – Айҙар Аҡманов («Һеңлекәш», «Өс таған»).

Һуғыштағы дуҫтарҙың төп ролдәрен Александр Новиков («Пищеблок», «Жиза»), Николай Ғәлләмов («Сердце Пармы», «Сама дура»), Евгений Михеев («Летчик», «Вампиры средней полосы») башҡара. Любомир Зухтың һөйгән ҡыҙын йәш актриса-дебютант Йәмилә Мөҙәрисова уйнай. Фильмда шулай уҡ тәжрибәле артистар Гела Месхи («1941. Крылья над Берлином», «Летчик»), Юрий Лопарев («Завод», «Калашников»), Александр Бухаров («Ржев», «Лев Яшин. Вратарь моей мечты») һәм Любовь Зайцева («Живой», «Точка») ҡатнаша.

Оператор – Андрей Макаров («Небо в алмазах», «Реальная сказка», «Елки 2»). Ҡуйыусы рәссам – Вячеслав Виданов («Һеңлекәш», «Личная жизнь королевы», «Женщин обижать не рекомендуется», «Берёзка»).

Костюмдар буйынса рәссамдар – Яна Боуден («Һеңлекәш», «Все началось в Харбине», «Восьмидесятые»), Ирина Гришан («Чернобыль», «Невезучая», «Привет от Катюши»).

Дистрибьютор булып «Наше кино» компанияһы сығыш яһай.

https://www.bashinform.ru/news/culture/2023-03-30/v-rossiyskiy-prokat-vyydet-voennaya-drama-pomilovanie-po-povesti-mustaya-karima-3198181

Автор:
Читайте нас: