+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Фильмдар
19 Май 2023, 14:00

Белорус киноһы аҙналығы үтә

22 -28 майҙа Башҡортостан юлдаш телевидениеһында белорус киноһы көндәре ойошторола. Акция Рәсәй һәм Беларусь төбәктәренең тиҙҙән үтәсәк Х форумына арнала

Белорус киноһы аҙналығы үтә
Белорус киноһы аҙналығы үтә

Тамашасылар иң билдәле кино эштәрен көн һайын төнгө эфирҙа ҡарай аласаҡ.

22 майҙа —  «Днепровский рубеж» хәрби драмаһы. Режиссер Денис Скворцовтың фильмы Могилевты обороналау тарихы хаҡында бәйән итә.

23 майҙа —  «Кадет» детективы. Фильмдағы ваҡиғалар Икенсе донъя һуғышынан һуң бара. Режиссеры — Виталий Дудин.

24 майҙа —  «Чудо-остров, или Полесские Робинзоны» фильмы. Режиссеры — Сергей Сычев.

25 майҙа фронтовик-элемтәсе Е.Оноприенко сценарийы буйынса төшөрөлгән фильм менән дауам итә. Режиссер — Андрей Голубев 

26 һәм 27 майҙа БСТ тамашасылары «Правила геймера» һәм «Вот это любовь!» картиналарын ҡарай ала.

Белорус киноһы аҙналығы 28 майҙа төрлө кинопремияға лайыҡ булған «Волки» фильмы менән тамамлана.

Фото: Башинформ

 

Автор:
Читайте нас: