+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Фильмдар
9 Октябрь 2023, 18:00

Беренсе каналда Башҡортостанда Сергей Безруков ҡатнашлығында төшөрөлгән сериалдың премьераһы була

Бөгөн Беренсе каналда «Бизон. Дело манекенщицы» детектив сериалының премьераһы күрһәтелә башлай. Төп ролде Сергей Безруков башҡара.

Беренсе каналда Башҡортостанда Сергей Безруков ҡатнашлығында төшөрөлгән сериалдың премьераһы була
Беренсе каналда Башҡортостанда Сергей Безруков ҡатнашлығында төшөрөлгән сериалдың премьераһы була

Шуныһы иғтибарға лайыҡ: фильмдың эпизодтарында Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты карьерҙары ла күренеп ҡала, ә күмәк сәхнәләрҙә предприятие таусылары ҡатнаша. Быйыл март айында төшөрөлгән фильмға бер юлы өс карьер, Йәштәр, Көнбайыш Озерный һәм Учалы карьеры, рудниктың 27 эшсеһе йәлеп ителде.

Сериалды Беренсе каналдың заказы буйынса Валерий Тодоровскийҙың «Мармот-фильм» компанияһы төшөргән. Сюжет буйынса, хәл-ваҡиғалар 1970 йылдарҙа бара. МУР-ҙың принципиаль һәм үҙһүҙле тәфтишсеһе Кирилл Бессонов (Сергей Безруков) манекенщица Мила Никанорованың үлеменә бәйле эште тикшерергә тейеш.

https://bash.bashinform.ru/news/culture/2023-10-09/berense-kanalda-bash-ortostanda-sergey-bezrukov-atnashly-ynda-t-sh-r-lg-n-serialdy-premiera-y-bula-3471325

Автор:
Читайте нас: