+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Фильмдар
3 Ноябрь 2023, 15:00

Фәнис Хөсәйенов тураһында мультфильм

Әлбиттә, был хәбәрҙе халыҡ төрлөсә ҡабул итә. Аңлашылып та етмәгән кеүек.

Фәнис Хөсәйенов тураһында мультфильм
Фәнис Хөсәйенов тураһында мультфильм

Әмир Абдразаҡов исемендәге “Башҡортостан” киностудияһы (Мәҙәниәт министрлығы ҡарамағында) мультипликатор, “Урал батыр һәм Самрау батшалығы” мультфильмын төшөрөүсе Дамир Мөхәмәтйәров менән Башҡортостан яугиры Фәнис Хөсәйенов хаҡында анимацион фильм төшөрөү өсөн ике контракт төҙөгән. Башҡарыусы анимация таҫмаһын етештереүгә әҙерлек алып барырға, шулай уҡ “Безбашенный” эшсе исеме аҫтындағы мультфильмды төшөрөргә тейеш буласаҡ.

“Барс 17” батальонында хеҙмәт иткән Тәтешле егете Фәнис Хөсәйенов нацистарҙың ете һуғышсыһы менән алышыуы, бер әҫирҙе ҡулға алыуы һәм Украина бронетранспортерын сәлдереп алып ҡатыуы менән дан алғайны. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ғинуар айында уның үлеме тураһында хәбәр килде.

Мультфильм хаҡындағы яңылыҡты халыҡ төрлөсә ҡабул итә. “Батыр егет тураһында кино төшөрөргә кәрәк”, “мультфильм – көлкө бит был”, “ниңә Фәнис хаҡында ғына?”, “мультик карикатура буласаҡ”, тигәнерәк фекерҙәр әйтелгән.

Фото интернеттан.

Автор:
Читайте нас: