«Бетеү» фильмы 19-21 сентябрҙә Сыктывкарҙа үтәсәк IX фин-уғыр халыҡтарының «Туйвеж», кинофестиваленең конкурс программаһына ла һайлап алынды.
– Башҡорт фильмдары күп илдәрҙән бойондороҡһоҙ кинематографистар тарафынан юғары баһаланған төрлө кинофестивалдәргә йышыраҡ һайлап алына, — тип уртаҡлашты режиссер Руслан Юлтаев. – Һәм был осраҡлы түгел, республика етәкселегенән килгән ярҙам иғтибарһыҙ ҡалмай – һуңғы йылдарҙа был тылсымлы сәнғәт төрөнә күберәк кеше йәлеп ителә, ысын оҫталар булып китә. Хәҙер иң мөһиме – башҡорт киноһына бөтә кимәлдә лә ярҙам күрһәтеү. Һөҙөмтә үҙен көттөрмәҫ, һис шикһеҙ.