Кино Башҡортостанда ла күрһәтеләсәк, тип белдерҙе китап авторы.
Айгиз Баймөхәмәтовтың китабы Ҡаҙағстанда 10 тапҡыр нәшер ителә. Уның китаптарының дөйөм тиражы 100 000 дананан ашып китә. Авторҙың әҫәре мотивтары буйынса Ҡаҙағстан театрҙарында спектаклдәр ҡуйыла килә. 2024 йылда ул «Ҡаҙағстандың Почетлы яҙыусыһы» исеменә лайыҡ булды.
Шулай уҡ Башҡортостан киностудияһы төшөргән «Не оставляйте нас» фильмы прокатҡа әҙерләнә. Премьера быйыл йәйгә тиклем булыр тип көтөлә.