«Заманса мебель технологиялары» компанияһы проектҡа 100 миллион һум инвестицияларға ниәтләй. Предприятиела 40-ҡа яҡын яңы эш урыны булдырыласаҡ.
Башҡортостан Республикаһының Үҫеш корпорацияһы башлығы Наил Ғәббәсов билдәләүенсә, продукция етештереү һәм һатыу өсөн иң уңайлы шарттар булдырыу мөһим. «Хәҙер Үҫеш корпорацияһы белгестәре инвестор менән берлектә проектты ғәмәлгә ашырыу эштәрен әҙерләй һәм индустриаль парк биләмәһендә яраҡлы майҙансыҡ һайлай. Шул рәүешле, тиҙҙән "Өфө“ паркы биләмәһендә яңы производство барлыҡҡа килеүе мөмкин», - тине ул.