-2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
30 Март 2022, 11:00

Йәштәргә – федераль грант

Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте рәйесе Михаил Мишустин йәш эшҡыуарҙар өсөн грант алыу мөмкинлеге хаҡында хәбәр итте. 100 мең һумдан алып 500 мең һумға тиклем дәүләт ярҙамына 25 йәшкә тиклем йәштәр иҫәп тота ала.

Йәштәргә – федераль грант
Йәштәргә – федераль грант

Арктик зонала эшмәкәрлек алып барылған өсөн грант бер миллион һумға тиклем арта. Ярҙамға шәхси эшҡыуарҙар ҙа, предприятие ойоштороусылар ҙа иҫәп тота ала. Был маҡсатҡа ике миллиард һумдан ашыу аҡса тотоноу ҡаралған.

– Элек грант ярҙамы башлыса социаль проекттар өсөн бирелә ине. Хөкүмәттең был ҡарары йәштәр өсөн үҙ эшен асыуға тәүге аҙымдар яһарға мөмкинлек бирә. Беҙҙең дәүләт комитеты нигеҙендә йәштәр эшҡыуарлығын үҫтереү буйынса махсус төркөм булдырылды, ул ошо йүнәлештә консультация ярҙамы күрһәтергә әҙер, – ти БР йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты рәйесе Яна Гайдук.

Консультацияға яҙылыр өсөн “Бәйләнештә” селтәрендәге БР йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты төркөмөнә хәбәр менән ғариза ҡалдырырға кәрәк.

Социаль йүнәлешле проекттар менән грант конкурстарында ҡатнашырға теләгән йәш эшҡыуарҙар Башҡортостандың Йәштәр проект офисына мөрәжәғәт итә ала. Консультация алыр өсөн эш көндәрендә 9:00 – 18:00 сәғәттә +7 (347) 246-56-31 телефоны буйынса шылтыратырға мөмкин.

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан алынды.

https://bashkizi.ru/news/milli-proekttar/2022-03-28/25-y-shk-tiklem-y-sht-rg-federal-grant-2747089

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: