Төп иғтибар математика, физика, информатика һәм авиатөҙөлөш тармағында һанлы модель әҙерләү алымдарына нигеҙләнәсәк.
Үҙенсәлеге шунда, унда МФТИ ғалимдары һәм уҡытыусылары белем бирәсәк. ӨДАТУ студенттарына МФТИ-ның лаборатор базаһына инеү мөмкинлеге буласаҡ. Был авиатөҙөлөш тармағында фәнни-практик белем алыу һәм МФТИ магистратураһында уҡыу мөмкинлеге була тигән һүҙ.
Әлеге мәлдә ӨДАТУла МФТИ менән берлектә, “Мәғариф” дөйөм дәүләт проекты кигеҙендә, “Программа инженерияһы” бүлегендә IT-белгестәрҙе әҙерләү бара.
Фото: https://www.bashinform.ru/