Башҡортостан уҡытыусыларына гранттар бүлеү хаҡындағы ҡарар 2019 йылдың июнендә раҫланды. Уға 35 йәшкә тиклемге мөғәллимдәр дәғүә итә ала. Йәш уҡытыусының хеҙмәт стажы бер үк районда ун йылдан да кәм булмайса, ғариза бирелгән ваҡытта эшләгән мәктәптәге стажы 3 йыл булып, шул ауыл ерлегендәге халыҡ һаны 15 меңдән артыҡ булмаҫҡа тейеш.
Премьер-министр 2022 йылдағы мәғариф өлкәһендәге эшсәнлеккә һөҙөмтә яһаны. Ул белдереүенсә, “Профессионалитет” федераль проекты нигеҙендә 4 мәғариф кластеры өсөн республикаға 400 миллион һум аҡса бүленгән, 121 оҫтахана ҡоролған, уларҙың 12-һе федераль проект нигеҙендә һәм 109-ы – WorldSkills чемпионаты мираҫы.
Тәрбиәселәр ҙә ситтә ҡалмай. Республикала “Мәктәпкәсә йәштә белем биреү Сертификаты” проекты уңышлы эшләп килә. 2022 йылда шундай 2000 сертификат бирелгән.
Фото: https://svetput.ru/