-11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
3 Март 2023, 11:00

"Ҡатын-ҡыҙ - милләт әсәһе" еңеүселәре бүләкләнде

Өфөләге “Торатау” конгресс-холында әүҙем гүзәл заттар араһында йыл һайын уҙғарылып килгән “Ҡатын-ҡыҙ — милләт әсәһе” Бөтә Рәсәй конкурсы еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы үтте. Башҡортостанда сағыу ваҡиғаға әйләнгән сара быйыл республикала етенсе тапҡыр ойошторолдо.

"Ҡатын-ҡыҙ - милләт әсәһе" еңеүселәре бүләкләнде
"Ҡатын-ҡыҙ - милләт әсәһе" еңеүселәре бүләкләнде

Беренсе өлөштә милли ғаилә традицияларын, халыҡтың рухи, әхлаҡи, мәҙәни ҡиммәттәрен һаҡлау һәм пропагандалау маҡсатында Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте рәйесе Гөлнур Ҡолһарина, Башҡортостанда Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил Ольга Панчихина һәм "Рәсәй өмөтө" Бөтә Рәсәй ҡатын-ҡыҙҙар союзының республикалағы вәкиле Лиә Хафизова хеҙмәттәшлек тураһында килешеүҙәргә ҡул ҡуйҙы.

Конкурс финалсыларына почет грамоталары, Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәтенең, Башҡортостанда Бала хоҡуҡтары буйынса вәкилдең, "Берҙәм Рәсәй" партияһы төбәк бүлексәһенең рәхмәт хаттары һәм бағыусыларҙың бүләктәре тапшырылды. Шулай уҡ улар республика Мәҙәниәт министрлығының рәхмәт хаттары, Халыҡтары дуҫлығы йортоноң почет грамоталары менән билдәләнде.

Тантананың төп өлөшөндә Башҡортостан Башлығы кәңәшсеһе Алик Камалетдинов республика етәсеһе Радий Хәбировтың “Ҡатын-ҡыҙ — милләт әсәһе” Бөтә Рәсәй конкурсында ҡатнашыусыларҙы тәбрикләү һүҙҙәрен уҡып ишеттерҙе.

“Ҡатын-ҡыҙҙар иңенә балалар тәрбиәләү, йортта именлек, тәртип булдырыу, яҡындары тураһында хәстәрлек күреү яуаплылығы йөкмәтелгән. Гүзәл зат элек-электән рухи өлгөһө булып тора. Рухи ҡиммәттәребеҙҙе, йолаларыбыҙҙы һаҡлайһығыҙ, уларҙы йәш быуынға тапшыраһығыҙ, илһөйәрлек тәрбиәләйһегеҙ, нығытаһығыҙ, шуның менән йәмғиәттең, дәүләттең нигеҙен нығытаһығыҙ.

Гүзәл зат һәр саҡ ғаиләһенең яҙмышы, Ватан, ил киләсәге, ерҙәге тыныслыҡты һаҡлау өсөн оло яуаплылыҡ ала. Бөгөн ир-егеттәр Ватанды һаҡлағанда, ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ уларға ышаныслы терәк булыу өсөн берләште.

“Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе” Бөтә Рәсәй конкурсы – Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәтенең социаль әһәмиәтле иң популяр проекттарының береһе”, – тигән юлдар бар республика етәксеһенең тәбрикләү сәләмендә. 

Алик Камалетдинов махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан ир-егеттәребеҙҙең гүзәл заттарға ҡайнар сәләмен еткерҙе, хәрбиҙәрҙең ғаиләләренә, ҡатындарына айырым рәхмәт әйтте һәм сабырлыҡ теләне. “Еңеү беҙҙә буласаҡ!” – тине ул.

"Рәсәй халыҡтары ассамблеяһы" Бөтә Рәсәй дәүләт-йәмәғәт ойошмаһы директоры исеменән уның урынбаҫары Назиржон Абдуғәниев сығыш яһаны. Шулай уҡ проекттың авторы һәм етәксеһе, Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары ойошмаһы рәйесе, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, филология фәндәре докторы Гөлнур Ғәлинур ҡыҙы Ҡолһарина конкурста ҡатнашыусыларҙы ихлас тәбрикләне. Уның белдереүенсә, Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәғиәте менән “Рәсәй Федерацияһы халыҡтар ассамблеяһы” Бөтә Рәсәй дәүләт-йәмәғәт ойошмаһы араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылғас, конкурсҡа илдең 24 төбәге ҡушылған, ҡатнашырға теләк белдергән 500-ҙән ашыу гүзәл заттан ғариза ҡабул ителгән.

Проект граждандар йәмғиәтенең ҡатын-ҡыҙҙар институттарын һәм гражданлыҡ башланғыстарын үҫтереүгә, халыҡтың гражданлыҡ хоҡуғын тәьмин итеүгә, социаль хеҙмәттәр күрһәтеүҙе үҫтереүгә, социаль әһәмиәтле эшмәкәрлекте пропагандалауға, хәйриәлекте, ирекмәнлекте киң йәйелдереүгә, мәҙәни һәм ижади башланғыстар өлкәһендә граждандар эшмәкәрлеген нығытыуға, ғаилә ҡиммәттәрен, традицияларын һаҡлауға йүнәлтелгән.

Быйыл конкурс финалының төп темаһы илһөйәрлек булып торҙо, шуға күрә сараға Рәсәй Геройҙарының, һәләк булған яугирҙәрҙең, Украиналағы махсус хәрби операцияла ҡатнашҡандарҙың әсәйҙәре саҡырылғайны. Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәтенең билдәле әүҙемсе Рабиға Ҡушаева исемендәге "Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе" миҙалы менән Рәсәй Геройҙарының әсәләре –  Игорь Нәсибуллиндың әсәһе Роза Хәбибйән ҡыҙы Нәсибуллина, Максим Серафимовтың әсәһе Алина Олеговна Серафимова, Тамерлан Илһамовтың әсәһе Айгөл Милләт ҡыҙы Шакирова һәм Миңлеғәле Шайморатов ордены кавалеры Фәнис Хөсәйеновтың әсәһе Фәриҙә Мәғдән ҡыҙы Хөсәйенова бүләкләнде.    

Әйткәндәй, әлегә тиклем республикала һәм Рәсәй Федерацияһы төбәктәрендә, Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһендә был миҙалға 200-ҙән ашыу ҡатын-ҡыҙ лайыҡ булған.

Бөгөнгө тормошобоҙҙоң ысынбарлығына таянып, конкурста улдары махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан әсәләр һәм пандемия осоронда, махсус хәрби операция ваҡытында беҙҙең хәрбиҙәргә госпиталдәрҙә, шулай уҡ Донбасс халҡына ярҙам күрһәткән ҡатын-ҡыҙҙар өсөн ике яңы номинация булдырылған. Ун номинация еңеүселәре проект партнерҙарынан кубоктар һәм бүләктәр алды.

Сара юғары кимәлдә, юғары илһөйәрлек рухында үтте. Күп сығыштарҙы тамашасылар баҫып тыңланы, көслө алҡыштарға күмде. Гүзәл заттарыбыҙ был саранан көс-илһам алып, яңы маҡсаттар, хыялдар менән ҡанатланып таралышты.

Рәмилә МУСИНА.

Айрат НУРМӨХӘМӘТОВ фотолары.

https://bashgazet.ru/articles/s-y-s-t-m-kho-u/2023-03-02/atyn-y-mill-t-s-e-e-e-sel-re-b-l-kl-nde-3163330

"Ҡатын-ҡыҙ - милләт әсәһе" еңеүселәре бүләкләнде
"Ҡатын-ҡыҙ - милләт әсәһе" еңеүселәре бүләкләнде
"Ҡатын-ҡыҙ - милләт әсәһе" еңеүселәре бүләкләнде
"Ҡатын-ҡыҙ - милләт әсәһе" еңеүселәре бүләкләнде
Автор:
Читайте нас: