+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
22 Март 2023, 12:00

Һыйырҙы робот һауа

Фермер "Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ" милли проекты нигеҙендә лизинг аҡсаһына илебеҙҙә етештерелгән роботлаштырылған ҡулайлама һатып алған һәм уны ҡыҫҡа ваҡыт эсендә ҡапларға ниәтләй. Шундай бер робот тәүлегенә 70 башҡа тиклем һыйырҙы һауа ала. Бөтә  процесс та автоматлаштырылған.

Һыйырҙы робот һауа
Һыйырҙы робот һауа

Әле 250 баш эре мөгөҙлө малы булған Иван Мизюк быйыл йәнә 70 баш тана һатып алырға уйлап тора. Ул 2016 йылда техника һатып алыуға һәм малсылыҡ фермаһын яңыртыуға 5 миллион һумдан ашыу грант алған. Иван Мизюктың хужалығы республикала һауыу роботтары ҡуйылған бишенсе хужалыҡ булды.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, "Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ" милли проекты ил президенты Владимир Путин башланғысы менән башланды.

 

Фото: https://gtrk.tv/

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: