Леонард Эйлер исемендәге олимпиада VI – VIII синыф уҡыусылары араһында математика буйынса ойошторолоған ярыштар.
Быйыл бәйге 15 тапҡыр үтте. Форматы уҡыусыларҙың Бөтә Рәсәй олимпиадаһы финалындағы кеүек ике көн бара. Һәр уҡыусыға ике көндә лә дүрт математик күнегеү бирелә.
Финал 27-30 марттарҙа – Барнаул, Киров, Мәскәү һәм Санкт-Петербург ҡалаларының майҙансыҡтарында үтте. Бындай ярыштарға “Мәғариф” дөйөм дәүләт проекты нигеҙендә айырыуса ҙур иғтибар бирелә. Уның һөҙөмтәләре бар – был олимпиадаларҙа Башҡортостандан 65 уҡыусы ҡатнашты ла инде.
Фото: Башинформ