14 йәшендә Тимур шәхси эшҡыуар булып теркәлгән. Йәш бизнесмен ыҫланған балыҡ һәм ит деликатестарын әҙерләү йүнәлешен һайлаған. Үҫмер ыҫлау ҡорамалы өсөн аҡсаны үҙе эшләп тапҡан, уның продукцияһын таныштары, шулай уҡ Иглин, Сибай магазиндары ла һатып алған.
«2023 йылда Тимур бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа дәүләт ярҙамы сараларынан файҙаланды — 25 йәшкә тиклемге йәш эшҡыуарҙар өсөн субсидиялар конкурсында ҡатнашып, еңеүсе булды. Субсидияның күләме — 500 мең һум», — тип яҙҙы йәш эшҡыуар тураһында Иглин районы башлығы Гүзәл Насирова.
Фото: башинформ