Әлеге мәлдә тамамлау эштәре генә ҡалған һәм тиҙҙән танымаҫлыҡ булып үҙгәргән учреждение үҙ ишектәрен асасаҡ. Театр өсөн сәхнә иң мөһиме. Бында ул техник яҡтан уйланылған. Хәҙер был майҙансыҡ тамашаларҙы мауыҡтырғыс итеп күрһәтеү маҡсатында ысын мәғәнәһендә йөрөп торасаҡ.
Баш ҡаланың Ҡурсаҡ театрын реконструкциялау 2022 йылда башланғайны. Бина яңыртыуға ла, аҡыллы ҡарарҙарға ла мохтаж булған. Айырым кафе һәм музей. Кесе һәм ҙур концерт залдары 150 һәм 300 урынға иҫәпләнгән. Оҫтаханалар, грим бүлмәләре, килеүсе артистар өсөн айырым апартаменттар буласаҡ. Ә иң мөһиме, бина хәҙер автоном инженерлыҡ коммуникацияларына эйә һәм күршеләге күпҡатлы йорттарға бәйле түгел.
Фото: bash.news