+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
30 Ғинуар , 10:30

Мәскәүҙә — Башҡорт теле көнө

"Рәсәй" халыҡ-ара күргәҙмә-форумы майҙансығында Башҡортостан мәғарифы аҙналығы бара.

Мәскәүҙә — Башҡорт теле көнө
Мәскәүҙә — Башҡорт теле көнө

Башҡортостан Республикаһы Мәғариф һәм фән министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, башҡорт теле көнөндә беҙҙең стенд янында 44 мең кеше булған. Башҡорт халҡының мәҙәниәте һәм йолаларына арналған уйынды 210 ҡатнашыусы уйнап ҡараған. 88-е башҡорт теленән олимпиадала үҙенең белемен һынап, сертификат алған. "Башҡорт милли музыка ҡоралдары" оҫталыҡ дәресендә 420 сәнғәт һөйөүсе ҡатнашҡан. 560 ҡунаҡ башҡорт теле буйынса экспресс-интервью биреп, ойоштороусыларҙан бүләккә шарҙар алған. Күргәҙмәгә килеүселәр шулай уҡ муҡсайҙарҙы башҡорт орнаменты менән биҙәүҙә лә ҡатнашҡан.

Э. Әсәҙуллина.

Фото: https://yanshishma.com/

Автор:
Читайте нас: