+8 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар

Тәмле рассольник

Уның өсөн һөйәкле һыйыр ите, өс картуф, бер стакан арпа ярмаһы, уртаса ҙурлыҡтағы дүрт тоҙло ҡыяр, бер һуған, бер помидор, ике аш ҡалағы үҫемлек майы, ике лавр япрағы, 200 грамм тоҙлоҡ (рассол), әнис, ҡара борос кәрәк.

Тәмле рассольник
Тәмле рассольник

Тәүҙә итте бешерәбеҙ. Ә арпа ярмаһын һыуҙа айырым әҙерләп, һурпаға һалабыҙ, картуф өҫтәйбеҙ. Артабан талғын ғына утта табала көнбағыш майында һуғанды, кишерҙе, помидорҙы ҡыҙҙырабыҙ. Туралған тоҙло ҡыярҙы ҡушып ебәрәбеҙ ҙә, тағы ике минут тирәһе быҡтырабыҙ. Әҙер ҡатнашманы ашҡа һалабыҙ, итте ваҡ итеп турап, тоҙлоҡто, лавр япрағын, ҡара боросто өҫтәп, һәйбәтләп болғайбыҙ.

Ашты өҫтәлгә ваҡлап туралған әнис, ҡаймаҡ менән бирәбеҙ. Ашығыҙ тәмле булһын!

Фото: recept-borscha.ru

 

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: