-6 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар

Ҡыҙҙырылған балыҡ

Тәмле лә, туҡлыҡлы ла, файҙалы ла балыҡты ошо рецепт буйынса ҡыҙҙырып ҡарағыҙ әле. Ашығыҙ тәмле, ялығыҙ файҙалы үтһен!

Ҡыҙҙырылған балыҡ
Ҡыҙҙырылған балыҡ
600 грамм балыҡ, ярты ҡалаҡ гәрсис, бер сәй ҡалағы тоҙ, имбир, паприка, базилик тәмләткестәре, ҡара борос, ике аш ҡалағы соя соусы, үҫемлек майы, бер йомортҡа, 1,5 аш ҡалағы манный ярмаһы, өс сәй ҡалағы картуф крахмалы, ярты ҡалаҡ лимон һуты кәрәк.

Таҙартылған балыҡтарҙы тигеҙ өлөштәргә бүләбеҙ. Шунан бер һауытҡа тоҙ, борос, тәмләткестәр, соя соусы, үҫемлек майы, манный ярмаһы, крахмал, лимон һуты, гәрсис һалып, һәйбәтләп болғайбыҙ. Артабан әҙер маринадҡа балыҡ киҫәктәрен һалып бутайбыҙ ҙа, һауыттың ҡапҡасын ябып, 20 минут ултыртып торабыҙ.

Унан алып, йылытылған табала ике яғына әйләндереп ҡыҙҙырып алабыҙ.

Ашығыҙ тәмле булһын!

Фото: 123ru.net.
 
https://bashgazet.ru/articles/matur-t-en-yaly-y/2020-12-06/tabyn-a-y-yryl-an-baly-1267161
Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: