+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар

Эремсектән тәмлекәс

1 килограмм тирәһе эремсек, 3-4 йомортҡа, 1 стакан шәкәр ҡомо, 1 стакан манный ярмаһы, ярты стакан һөт, ванилин, 1 балғалаҡ ҡамырҙы күперткес (разрыхлитель), 70-80 грамм йөҙөм, ҡара емеш, кипкән өрөк, ҡаймаҡ кәрәк.

Эремсектән тәмлекәс
Эремсектән тәмлекәс
Әҙерләү:
Эремсекте яҡшылап иҙергә. Ванилин, йомортҡа, шәкәр ҡо­мо, манный ярмаһын ҡушып болғатырға. Яйлап һөт ҡойорға. Артабан ҡамырҙы күперткес өҫтәргә. Йөҙөм, ҡара емеш, кип­кән өрөк һалырға.
Манный ярмаһы артыҡ шыйыҡлыҡты һеңдерһен өсөн 20 – 30 минутҡа ҡалдырып торорға.
Майланған табаға пергамент ҡағыҙы түшәп, ҡамырҙы һа­лырға. Өҫтөнә ҡаймаҡ һылап, мейескә оҙатырға. 180 градус эҫелектә 40 – 50 минут бешерергә.
Табынға киҫәктәргә бүлеп бирергә. Сәйегеҙ тәмле булһын!
 
Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: