-6 °С
Ясна
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар

Эремсекле ҡамырҙан тәмлекәс

Эремсекле ҡамырҙан бик тәмле ризыҡтар әҙерләп була. Әйҙәгеҙ әле, яҡындарыбыҙҙы бер тәмлекәс менән һыйлап алайыҡ!

Эремсекле ҡамырҙан тәмлекәс
Эремсекле ҡамырҙан тәмлекәс
Ҡамыр өсөн кәрәк:
- Эремсек- 150 г. 
- Шәкәр - 75 г.
- Йомортҡа - 1 шт.
- Тоҙ- бер семтем
- Көнбағыш майы - 6 аш ҡалағы 
- Ванилин - 1 пакет
- Он - 250 г.
- Разрыхлитель - 1 пакет
Эслек өсөн:
- Алма - 3 шт.
- Шәкәр- 100 г.
- Корица - 1 бал ҡалаҡ  
- Мәк - 1 аш ҡалағы
Ҡамырҙы барлыҡ ингредиеттарын ҡушып баҫып, 20 минутҡа урап һалып торабыҙ. Алманы киҫәктәргә бүләбеҙ. Ҡамырҙы икегә бүлеп 24 см диаметрлы, 5 мм ҡалынлыҡта йәйбеҙ, 8 секторға ҡырҡабыҙ. Һәр өсмөйөштә 3 киҫек (надрез) яһап, ҡалын яғына алманы теҙеп, өҫтөнә шәкәр менән корица һибәбеҙ. Нәҙек яғын әйләндереп конверт яһайбыҙ. Әҙер конверттарҙы майлы табаға теҙеп, өҫтөн 1 йомортҡа һарыһы һәм 0,5 стакан һөт ҡушылмаһы менән һөртөп, мәк һибеп 25 минут тирәһе, алтын төҫкә ингәнсе духовкала бешереп алабыҙ. Яҡындарығыҙға мотлаҡ оҡшар!
 
https://ejansura.ru/articles/ashy/2022-01-16/s-yg-eremsekle-amyr-an-t-mlek-s-2654698
 
 
Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: