+17 °С
Дождь

Тәмле вафли

Бөгөн һеҙгә кетерләп торған тәмле вафли рецебын тәҡдим итмәксебеҙ. Ял көндәрендә яҡындарығыҙҙы һыйлап алығыҙ әле.

Тәмле вафлиТәмле вафли
Тәмле вафли

Был тәмлекәсте бешерер өсөн 4 йомортҡа, 150 грамм шәкәр ҡомо, 150 грамм он, 200 грамм аҡ май (йәки маргарин), 4 аш ҡалағы крахмал кәрәк.

Бөтә ингредиенттарҙы ҡушып туғығас, махсус табала бешереп алырға ла була. Теләгегеҙ булһа, эсенә ниндәй ҙә булһа крем, йәки ҡуйыртылған һөт һалып урай алаһығыҙ.

Фото: sovet-ok.ru

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас