+29 °С
Облачно

Абрикостан хуш еҫле ҡайнатма

Ул үтә күренмәле һәм алтынһыу төҫтә килеп сығасаҡ.

Абрикостан хуш еҫле ҡайнатмаАбрикостан хуш еҫле ҡайнатма
Абрикостан хуш еҫле ҡайнатма

Ҡайнатма өсөн вағыраҡ емештәр алына. Абрикосты яҡшылап йыуғас, урталай ярып, төштәрен алабыҙ. Һәр банкыға 4-5 төш иҫәбенән алып, төштәрҙе күмерлек һыу һалып, ҡайнатырға ҡуябыҙ. Һуңынан уларҙы ватып, ҡайнатмаға һалабыҙ.

1 килограмм емешкә 1 килограмм шәкәр ҡомо кәрәк буласаҡ. Табаҡҡа ярты стакан һыу һалабыҙ ҙа шуға әҙ-әҙләп шәкәр ҡомо өҫтәй-өҫтәй йылытабыҙ. Сироп эсенә абрикосты һалып, һалмаҡ утта күбеге сыҡҡансы тотабыҙ. Утты көсәйтергә ярамай, емеш витаминдарын һаҡларға тейеш. Күбеген ҡашыҡ менән уртаға йыябыҙ ҙа һүндереп ҡуябыҙ һәм 6 – 7 сәғәткә йәки төнгөлөккә шулай ҡалдырабыҙ.

Иртән йәнә шулай ҡайнатып сығарып, һыуытабыҙ. Өсөнсө тапҡыр ҡайнатып алғас, биш минут самаһы һалмаҡ утта тотабыҙ. Ҡайнатма бик матур алтынһыу төҫтә, өрөктәре “үтә күренмәле” килеп сыға. Уны ҡайнар килеш алдан стерилләнгән банкыларға тултырабыҙ. Һәр һауытҡа өрөк төштәре өҫтәйбеҙ, улар ҡайнатмала күмелеп торорға тейеш. Һыуынғансы банкыларҙы асыҡ тотабыҙ, өҫтөн марля менән менән ҡаплап ҡуярға ла мөмкин.

Һуңынан банкыларҙы ҡапҡас менән ябып, йә иһә пергамент ҡағыҙ менән ҡаплап, шпагат менән бәйләп ҡуйырға була. Бындай ҡайнатма һалҡын урында бик оҙаҡ һаҡлана.

Фото: kleo.ru

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас