+1 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар

Бисквит ҡамыры уңып бешһен тиһәң

Йомортҡаны күпертеү – иң мөһим этап. Уны нығыраҡ күперткән һайын, ҡамыр яҡшыраҡ килеп сыға.

Бисквит ҡамыры уңып бешһен тиһәң
Бисквит ҡамыры уңып бешһен тиһәң

Йомортҡаның күләме өс тапҡыр артырға тейеш. Сөнки болғатҡан һайын кислород менән байый. Был иһә ҡамырҙы ҡабарта. Йомортҡаны тәүҙә блендер менән минималь тиҙлектә күпертергә. Күбектәре барлыҡҡа килгәс, уртаса тиҙлеккә күсерергә. Күләме артҡас, миксерҙы ҙур тиҙлеккә көйләргә.

Шәкәрҙе бер нисә этапта өҫтәргә. Бөтәһен дә бер юлы һалһаң, бисквит күтәрелмәй.

Ҡамырға тәм биреү өсөн ванилин, лимон ҡабығы, сәтләүек һалырға була. Лимонды бешерергә ҡуйыр алдынан ғына һалығыҙ.

Фото: kulinar-spb.ru

“Йәшлек” гәзитенән.

 

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: