-7 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар

Ҡарағат ләүеше

Әле ҡарағаттың ҡотороп бешкән сағы. Әйҙәгеҙ әле, форсаттан файҙаланып, бер тәмлекәс әҙерләп алайыҡ. Бының өсөн беҙгә ҡыҙыл ҡарағат та, ағы ла, ҡараһы ла ярай. Барыһын бергә ҡушһаң, бигерәк тә тәмле килеп сығасаҡ.

Ҡарағат ләүеше
Ҡарағат ләүеше

Ҡамыр өсөн: 3 йомортҡа, 250 мл. 15-20 процентлы магазин ҡаймағы, 100 гр. самаһы шәкәр, саҡ ҡына тоҙ менән сода һәм юғары сортлы ныҡ тулы булмаған 2 стакан он алабыҙ. Эслек өсөн: 2 стакан ҡарағат, 1,5 аш ҡалағы шәкәр һәм 2 балғалаҡ крахмал кәрәк буласаҡ.

Әҙерләү:

Емештәрҙе таҙартып, йыуып, артыҡ һыуын һеңдерһен өсөн ҡағыҙ салфеткаға һалып торабыҙ. Ҡамырҙы әҙерләйбеҙ. Ондо һалғанда самалағыҙ, ҡамыр артыҡ ҡуйы булмаҫҡа тейеш. Әҙер ҡамырҙың яртыһын майланған формаға һалып, өҫтөнә емештәрҙе теҙәбеҙ ҙә, крахмал менән шәкәр ҡатнашмаһын һибеп сығабыҙ. Өҫтөнә ҡалған ҡамырҙы ҡойоп, мейескә оҙатабыҙ. 180-200 градус ҡыҙыулыҡта 45 минут самаһы бешерәбеҙ.

Һыуынған ләүеште киҫәктәргә ҡырҡып, тәмләп сәй эсергә генә ҡалды. Сәйегеҙ тәмле булһын!

Фото: https://ejansura.ru/

Автор: Дилара Арсаева
Читайте нас