-3 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар

Үҙе шарҙай, тәме балдай

Рәхәтләнеп татлы ҡарбуз ашау мәл етте. Ҡышҡыһын йылы йәйге көндәрҙе һағынғанда ҡарбуз ашау мөмкинлеге лә бар бит. Бының өсөн унан бынамын тигән тәмлекәстәр әҙерләргә була.

Үҙе шарҙай, тәме балдай
Үҙе шарҙай, тәме балдай

Ҡарбуздан ҡайнатма

Бер килограмм ҡарбуз өсөн бер кило ярым шәкәр ҡомо, ике грамм лимон кислотаһы кәрәк була. Ҡарбуз яҡшылап әрселә, фәҡәт йәшел ҡабығы ғына ҡала. Шуны шаҡмаҡлап турап, ҡайнап торған һыуҙа ике минут бешерәбеҙ. Ике стакан һыуҙа шәкәрҙе иретәбеҙ. Шуның өҫтөнә бешереп алынған ҡарбуз ҡабығы һалына. Ул үтә күренмәле булғанса бешерелә, өҫтөнә лимон кислотаһы һибелә. Зөбәржәт төҫөндәге ҡайнатма хасил була.

Цукат яһау

Ҡарбуз ҡабығын шаҡмаҡлап турайбыҙ. Шуны ҡайнар һыуҙа бешереп алабыҙ ҙа ун сәғәткә шәкәр шәрбәтенә һалып ҡуябыҙ (кило ярым шәкәргә дүрт стакан һыу), тағы бер ҡат бешереп алабыҙ. Бешеп килгәндә бер сәй ҡалағы лимон кислотаһы һәм бысаҡ осо менән генә алып ванилин өҫтәйбеҙ. Ҡайнар ҡарбуз ҡабыҡтарын киң һауытҡа бушатабыҙ, шәрбәте ағып бөткәнен көтәбеҙ ҙә өҫтөнә шәкәр ҡомо һибәбеҙ. Болғатып, киптерергә һалабыҙ. Әҙер цукаттарҙы быяла банкала йәки ҡағыҙ пакетта һаҡлайбыҙ.

Ҡарбуз балы

Ҡарбуз һутын күләме биш тапҡырға кәмегәнсе ҡайнатабыҙ. Шунан һуң ҡарбуз балы хасил була. Һыуытҡыста һаҡлайбыҙ.


Фото: vuslon.ru

https://bash.bashgazet.ru/usadba/27731-arbuz-ashap-rhtln.html

Автор: Дилара Арсаева
Читайте нас