-1 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар

Кәбеҫтә бәлеше

Тиҙ генә әҙерләнә торған кәбеҫтә бәлешенең рецебын тәҡдим итәбеҙ. Рәхәтләнеп яҡындарығыҙҙы һыйлағыҙ.  

Кәбеҫтә бәлеше
Кәбеҫтә бәлеше

Кәрәк буласаҡ: 500 грамм кәбеҫтә, 3 йомортҡа, 5 аш ҡалағы ҡаймаҡ, 3 аш ҡалағы майонез, 6 аш ҡалағы он, 1 сәй ҡалағы тоҙ, 2 сәй ҡалағы йомшартҡыс (разрыхлитель), укроп, кунжут (матурлыҡ өсөн).

Әҙерләү ысулы: кәбеҫтәне оҙонсалап турарға һәм тоҙ менән иҙергә кәрәк. Ваҡ итеп туралған укроп ҡушығыҙ. Йомортҡаны айырым һауытта туғығыҙ. Шунан бөтә ингредиенттарҙы ҡушып ҡамыр баҫығыҙ. Ул шыйыҡ ҡына килеп сығырға тейеш. Табаны майлағыҙ ҙа кәбеҫтә һалып сығығыҙ. Өҫтөнә ҡамырын ҡойоғоҙ. Матурлыҡ өсөн әҙерәк кунжут һипһәгеҙ ҙә була. 180 градус эҫелектә ярты сәғәт тирәһендә бешеп сыға.

Сығанаҡ һәм фото: vk.com

Автор: Дилара Арсаева
Читайте нас