-15 °С
Ҡар
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар

Тауыҡ ите менән быҡтырылған кәбеҫтә

Ял табынына ниҙәр әҙерләйһегеҙ, дуҫтар? Үҙенсәлекле рецепт тәҡдим итәбеҙ. Ашығыҙ тәмле, эштәрегеҙ уң булһын!

Тауыҡ ите менән быҡтырылған кәбеҫтә
Тауыҡ ите менән быҡтырылған кәбеҫтә
600 грамм кәбеҫтә, тауыҡтың түш ите (200 грамм), бер кишер, бер баш һуған, тоҙ, борос, ике аш ҡалағы томат пастаһы кәрәк.
 
Тәүҙә кәбеҫтәне турап, һауытҡа һалабыҙ. Тоҙлап, ҡул менән һуты сыҡҡансы иҙәбеҙ. Шунан өҫтөнә әҙерәк һыу һалып, биш-ете минут быҡтырабыҙ. Һуғанды турап, кишерҙе ҡырғыс аша үткәреп кәбеҫтәгә өҫтәйбеҙ. Артабан тауыҡ түштәрен ҡырҡып, кәбеҫтә ҡатнашмаһына ҡушабыҙ ҙа, бутап, 15 минут тирәһе бешерәбеҙ. Һуңынан борос һәм томат пастаһы һалабыҙ.
Беҙ теләгән ризыҡ әҙер.
Ашығыҙ тәмле булһын!
 
Фото: Laplanta.ru
 
https://bashgazet.ru/articles/matur-t-en-yaly-y/2020-08-18/tauy-ite-men-n-by-tyryl-an-k-be-t-681859
Автор: Дилара Арсаева
Читайте нас