+24 °С
Дождь

Кишерҙән печенье

Тәмләп сәй эсергә яратабыҙ ҙа инде. Әммә хәҙерге кәнфит-печеньеларҙың сифаты элеккеләре менән сағыштырырлыҡ түгел. Шуға ла үҙең бешереүгә етмәй. Мәҫәлән, кишерҙән печенье файҙалы ла, тәмле лә килеп сыға.

Кишерҙән печеньеКишерҙән печенье
Кишерҙән печенье

Уртаса ҙурлыҡтағы өс кишерҙе бешереп һыуытабыҙ ҙа ваҡ ҡырғыстан үткәрәбеҙ. 100 грамм иретелгән һыйыр майы, 2 йомортҡа һарыһы, 3 аш ҡалағы шәкәр, 3 аш ҡалағы кокос вағы, 1 сәй ҡалағы куркума һәм бер семтем тоҙ һалып, ҡамыр баҫабыҙ ҙа 40 минутҡа шыптыр ҡапсыҡҡа төрөп ҡуябыҙ. Шунан ҡамырҙы ярты сантиметр ҡалынлығында йәйеп, печенье формаһы менән киҫәбеҙ. Артабан пергамент йәйелгән табаға һалып, 190 градус эҫелектә 25 минут самаһы бешерәбеҙ.

Сәй янына бына тигән файҙалы тәмлекәс!

Фото; vegpovar.ru

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас