Ҡамыр өсөн кәрәк буласаҡ:
-200 гр он;
-1 йомортҡа;
-1 аш ҡалағы шәкәр;
-1 балғалаҡ йомшартҡыс (разрыхлитель);
-100 гр аҡ май.
Барлыҡ ингредиенттарҙы ҡушып, йомшаҡ ҡына итеп ҡамыр баҫабыҙ һәм табаға ҡул менән генә йәйәбеҙ. Эслек ағып сыҡмаһын өсөн эргәләрен күтәртеп ҡуябыҙ. Ҡамырлы форманы һыуытҡысҡа ҡуйып тороп, эслек әҙерләйбеҙ.
Эслек өсөн кәрәк буласаҡ:
-200 гр һатыу ҡаймағы;
-1 йомортҡа;
-2 аш ҡалағы он;
-100 гр шәкәр;
-2 банан.
Ҡаймаҡ, йомортҡа, шәкәр, ондо ҡушып болғатҡас, бананды түңәрәкләп телеп, формаға ҡамыр өҫтөнә йәйеп һалабыҙ. Шунан инде эслекте ағыҙып ҡуйырға ғына ҡала.
180-200 градусҡа ҡыҙған духовкаға тығып, 30-35 минут бешерәбеҙ.
Ныҡ тәмле килеп сыға. Сәйҙәрегеҙ тәмле булһын!
Фото: https://yandex.ru/images/search?from=ta
https://yanshishma.com/articles/ash-yu-ser-re/2022-02-01/bananly-b-lesh-2675815