Кәрәк буласаҡ: он – дүрт сынаяҡ, һөт – бер сынаяҡ, йомортҡа – 1 дана, май – 100 грамм, сүпрә – 25 грамм, шәкәр – 1,5 сынаяҡ, тоҙ – ¼ балғалаҡ, балан – 700 грамм.
Әҙерләү тәртибе:
- Һөткә сүпрәне, 100 грамм шәкәрҙе һалып иреткәс, майҙы өҫтәп, он ҡушып, ҡамыр баҫабыҙ.
- Ҡамыр бер тапҡыр ҡалҡҡас, кире, баҫып, тағы ла ҡалҡҡанын көтәбеҙ. Артабан уның өстән ике өлөшөн бүлеп алып, форма эсенә йәйәбеҙ.
- Ҡамырҙың өҫтөнә баланды һалып, шәкәр һибергә кәрәк.
- Ҡалған ҡамырҙан төрлө биҙәктәр эшләп, бәлештең ситтәрен ябабыҙ, йомортҡа һөртөп сығабыҙ.
- Мейесте 200 градусҡаса эҫетеп, бәлеште 40-50 минут бешерәбеҙ.
Сәйҙәрегеҙ тәмле булһын!
Фото: kp-nyagan.ru