+18 °С
Облачно

Эремсекле ҡамырҙан - рогаликтар

Был тәмлекәсте бешерер өсөн беҙгә түбәндәге ингредиенттар кәрәк буласаҡ: 100 грамм он, 100 грамм эремсек, 100 грамм аҡ май, семтем тоҙ, 1 йомортҡа һарыһы, 1 - 2 аш ҡалағы шәкәр, 1,5 аш ҡалағы дәрсен (корица).

Эремсекле ҡамырҙан - рогаликтарЭремсекле ҡамырҙан - рогаликтар
Эремсекле ҡамырҙан - рогаликтар

Онға шаҡмаҡлап туралған аҡ май һәм эремсек, тоҙ һалабыҙ. Йомортҡа һарыһын ҡушып ҡамыр баҫабыҙ. Әҙер ҡамырҙы шыптыр тоҡсайға һалып, 40 минутҡа һыуытҡысҡа ҡуйып торабыҙ.
Артабан ҡамырҙы йәйеп, өҫтөнә шәкәр һәм корица һибеп сығабыҙ ҙа өсмөйөшләп киҫеп рогаликтар әҙерләйбеҙ. Уларҙы майланған табаға теҙеп, 25 - 30 минутҡа һыуытҡысҡа ҡуябыҙ. Аҙаҡ  духовкала 200 градус эҫелектә  25 - 30 минут тирәһе бешереп алабыҙ.

Сығанаҡ һәм фото: vk.com  

Автор:
Читайте нас