

Һөт менән майҙы йылытырға (әммә ҡайнамаһын), уттан алып, бал ҡушып, яҡшылап туғырға һәм һыуытырға. Йомортҡа, тәмләткестәр, сода, он һалып, ҡамыр баҫырға. Йәйеп, перәник формаһында ҡырҡырға. Майлы табаға теҙеп, өҫтөнә йомортҡа һылап сығырға. Сәтләүекте ваҡлап, перәниктәрҙең өҫтөнә һибергә һәм мейескә ҡуйырға. Ҡыҙыулығы 200 – 210 градус самаһы мейестә тәмлекәстәр 25 – 30 минутта әҙер була.
Сәйҙәрегеҙ тәмле булһын!