+14 °С
Облачно

Тултырма яһау серҙәре

Тултырма телде йоторлоҡ булһын тиһәгеҙ... Беҙҙең халыҡ элек-электән ит аштарына өҫтөнлөк биргән. Ваҡыт үткән һайын уны бешереү, әҙерләү ҙө төрлөләнгән. Шулай ҙа тултырма, һаман да яратып ашаған ризығыбыҙ.

Тултырма яһау серҙәреТултырма яһау серҙәре
Тултырма яһау серҙәре

Түбәндәге рецепт ошо милли ашты әҙерләргә һеҙгә лә ярҙам итәсәк.

Һыйыр ите, бауыр, йөрәк, һуған һәм һарымһаҡты ит тарттырғыстан үткәрәбеҙ. Уға тары ярмаһы, тоҙ, борос һалып бутайбыҙ. Таҙартылған эсәктең бер башын еп менән бәйләйбеҙ ҙә эсенә әҙер ҡатнашманы тултырабыҙ. Икенсе башын да бәйләп ҡуябыҙ.

Эсәкте тығыҙлап тултырырға кәрәкмәй, сөнки тарының бешәһе бар. Бешерер алдынан тултырманы энә менән тишкеләйбеҙ. Һыуҙа 40-60 минут бешерергә.

Тары ярмаһы урынына ҡарабойҙай, дөгө ярмалары һалып эшләргә лә була.

Фото: work.vk.com

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас