

Салатты ҡатламлап өйәбеҙ.
Тоҙло һыуҙа бешкән тауыҡ итен шаҡмаҡлап тәлинкәгә йәйәбеҙ. Ваҡлап туралған һуған (әсеһен сығарыр өсөн ҡайнар һыуҙа бешекләп алырға була), ҡырғыстан сығарылған ҡыярҙы, ҡара емеште ваҡлап турап һалабыҙ. Ҡырғыстан үткәрелгән йомортҡа, әстерхан сәтләүеген ваҡлап һибәбеҙ. Петрушка менән биҙәйбеҙ. Салаттың һәр ҡатламына әҙләп майонез һылап барабыҙ.
Әҙер ризыҡты бер нисә сәғәткә һыуытҡысҡа ҡуйып торорға кәрәк.
Фото: cookpad.com