+15 °С
Облачно

Ҙур бәлеш

Ҡамыр өсөн 1 стакан ҡайнар һыу, тәменсә тоҙ, саҡ ҡына һүндерелгән аш содаһы, 0,5 стакан иретелгән аҡ май, 2 аш ҡалағы майонез, самалап он кәрәк буласаҡ.

Добавить в предпочтительные источники Google
Ҙур бәлешҘур бәлеш
Ҙур бәлеш

Ҡамырҙы баҫҡас, 15 минут ял иттерәбеҙ.

Ул әҙер булғансы эслек эшләйбеҙ. Иртте, картуфты, һуғанды шаҡмаҡлап ваҡлап турайбыҙ. Тоҙ, борос ҡушабыҙ.

Ҡамырҙы ике өлөшкә бүлеп, йәймәләр әҙерләйбеҙ. Уртаһына эслекте һалып, ситтәрен әйләндереп буйлап бөгөп сығабыҙ. Ҙур бәлеште төрлөсә биҙәргә була. Уныһы инде һеҙҙең фантазиянан тора.

Бәлеш 180 градус эҫелектәге духовкала сәғәт ярым бешә. 

Сығанаҡ һәм фото: vk.com

Автор:
Читайте нас