+17 °С
Облачно

Картуф кәтлите

Бының өсөн 1 килограмм картуф, 3 сей йомортҡа, ярты стакан он, 2 аш ҡалағы аҡ май (үҫемлек майы ла ярай) алына.

Добавить в предпочтительные источники Google
Картуф кәтлитеКартуф кәтлите
Картуф кәтлите

Әрселгән картуфты ҡырғыстан үткәргәс, уға йомортҡа, май, әҙерәк он ҡушып, һәйбәтләп бергә болғатаһың. Самалап тоҙ һалына, ваҡ ҡына итеп туралған һуған ҡушып ебәрергә лә була.
Шунан уны тигеҙ өлөштәргә бүлеп сығып, һәр береһен кәтлит формаһына килтереп, онда тәгәрәтеп алаһың. Аҙаҡ ҡайнар майлы табаға теҙеп һалаһың. Күпмелер ваҡыт бешкәс, икенсе яғын әйләндерәһең.

Фото: ne-dieta.ru

 

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас