+6 °С
Ясно

Ҡайын һыуынан компот

Ҡайын һыуын оҙаҡ ҡулланып булмай, ағас йәшелләнеү менән ул тәмһеҙләнә башлай. Шулай ҙа унан да компот яһарға мөмкин. Бының өсөн бары тик лимон менән әфлисун, 100-200 грамм шәкәр ҡомо, ярты сәй ҡалағы лимон кислотаһы һәм йыйылған ҡайын һыуы ғына кәрәк була.

Ҡайын һыуынан компотҠайын һыуынан компот
Ҡайын һыуынан компот

Иң элек банкаларҙы стерилләштерәбеҙ. Яңы ғына йыйып алынған ҡайын һыуын кәстрүлгә һалып, ҡайнатабыҙ.  Ҡайнаған арала өҫтөнә йыйылған күбекте йыйып алырға онотмағыҙ. Ҡайын һыуы шул рәүешле ҡайнай башлауға утты һүндерәбеҙ. Артабан һәр банкыға телемләп йәки йәки шаҡмаҡлап туралған әфлисун менә лимон, ярты сәй ҡалағы лимон кислотаһы менән 100-200 грамм шәкәр ҡомо һалырға кәрәк. Тимер ҡапҡас менән ябып, өҫтөн юрған менән ҡаплайбыҙ һәм һыуынғансы тотабыҙ. Һуңынан һалғынса ҡараңғы урынға ҡуябыҙ. Баҙҙа ла, подвалда ла һаҡлана ала.

Фото: donatewales.org

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас