+12 °С
Облачно

Булғыр әҙерләй беләһегеҙме?

Булғыр – бик тәмле һәм файҙалы ризыҡ. Был ярма менән былау ҙа ғәжәйеп һутлы килеп сыға. Балалар ҙа уны бик теләп ашай. Булғырҙан бик күп төрлө ризыҡ әҙерләп була. Ул үҙе генә лә итле ризыҡтар эргәһенә бына тигән шәп гарнир.

Булғыр әҙерләй беләһегеҙме?Булғыр әҙерләй беләһегеҙме?
Булғыр әҙерләй беләһегеҙме?

Ҡоро булғыр ярмаһын иң элек аҡ май йә иһә зәйтүн майы һалынған табала 5-7 минут ҡыҙҙырып алабыҙ. Ә һуңынан 1/2 иҫәбенән һыу һалабыҙ. Тәм өсөн бер аҙ томат пастаһы ҡушып ебәрергә лә була. Ҡапҡасын ҡаплап, талғын утта 20 минут самаһы бешерәбеҙ. Уттан алғас, бер аҙ ҡаплап тоторға кәрәк. Ул арала ярма бүртеп, тәмләнеп китә.

Һеҙ ҙә шулай әҙерләп ҡарағыҙ әле, дуҫтар!

Фото: karamelcafe.ru

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас