Ҡаҡланған колбаса – 150 грамм
Майонез, тоҙ кәрәк буласаҡ.
Тәүҙә колбаса менән помидорҙы шаҡмаҡлап турайбыҙ. Колбаса өҫтөнә помидорҙы һалабыҙ. Ваҡланған һарымһаҡ өҫтәйбеҙ. Майонезды сетка формаһында һалып, помидорҙың өҫтөн ҡаплайбыҙ.
Артабан бешерелгән йомортҡаны ҡырғыс аша үткәрәбеҙ ҙә ҡатламға өҫтәйбеҙ. Шулай уҡ майонез һибәбеҙ. Иң аҙаҡтан өҫтөнә сыр ҡырып һалабыҙ. 30 минут тирәһе һеңгәндән һуң, өҫтәлгә ҡуйырға була. Ашығыҙ тәмле булһын!