+20 °С
Ясно

Алма бәлеше

Ауыҙҙа иреп торған был бәлеште бешереү өсөн 4-5 алма, 180 грамм он, 2 йомортҡа һарыһы, 140 грамм шәкәр, 50 грамм аҡ май, 125 мл һөт, 4 грамм аш содаһы кәрәк буласаҡ.

Добавить в предпочтительные источники Google
Алма бәлешеАлма бәлеше
Алма бәлеше
Йомортҡаларҙың һарыһын әҙерләнгән шәкәрҙең яртыһы менән ағарғансы туғыйбыҙ. Майҙы иретеп, икегә бүләбеҙ. Уның тәүге яртыһына йомортҡа һарыһы, һөт ҡушабыҙ. Он, аш содаһы, бер аҙ тоҙ өҫтәп ҡамыр баҫабыҙ.
Ҡамырҙы табаға йәйеп һалабыҙ, туралған алманы өҫтөнә теҙәбеҙ ҙә ҡалған майҙы алма өҫтөнә ағыҙабыҙ, шәкәр һибәбеҙ.
180 градуслы духовкала йәки мейестә 30-35 минут бешерәбеҙ.
Сәйегеҙ – тәмле, өҫтәлегеҙ йәмле булһын!
 
Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас