-2 °С
Ясно

Бөтнөк менән лимондан ҡайнатма

Ингредиенттар: -350 грамм бөтнөк; -1кг. шәкәр; -2 лимон; -0,5 һыу. Бөтнөктө йыуырға ла турап кәстрүлгә һалырға. Яҡшылап йыуылған лимонды нескә түңәрәкләп турарға, бөтнөк янына һалырға, һыу өҫтәргә. Уртаса утҡа ҡуйып һәм ҡайнау дәрәжәһенә еткерергә. Һуңынан утты һүрәнәйтеп, 15 минут бешерергә. Унан һуң уттан алып, ҡапҡас менән ябырға, һыуытырға һәм һыуытҡысҡа 12 сәғәткә ҡуйып торорға.

Добавить в предпочтительные источники Google
Бөтнөк менән лимондан ҡайнатмаБөтнөк менән лимондан ҡайнатма
Бөтнөк менән лимондан ҡайнатма

Ошо ваҡыт уҙғандан һуң, лимон менән бөтнөктө һығырға, төнәтмәне яҡшылап бер нисә ҡат марля аша кәстрүлгә һөҙөргә. Шәкәр өҫтәп, уртаса утҡа ҡуйып, 15 минут ҡайнатып алығыҙ. Күбеген йыйырға онотмағыҙ. Ҡайнар килеш стерилләнгән ҡоро банкаларға һалып ябырға.

Ҡайнатма йәшел бөтнөк төҫлө булһын тиһәгеҙ, әҙерәк аҙыҡ буяуы өҫтәргә мөмкин.

Желе яратыусыларға утты һүндереүгә 3 минут ҡала желатин һалып ебәрергә була.

Фото: rak-onkologiya.ru

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас