

Йомортҡа ағына шәкәр, лимон кислотаһы һалып, блендер менән 10 минут болғатырға. Масса күпергәс, аш һеркәһе , кукуруз крахмалы ҡушырға. Табаға пергамент ҡағыҙы йәйергә, ҡатнашманы һалып, тигеҙләргә. Өҫтөнә сәтләүек тә һибергә мөмкин. Духовкала 160 градуста 30 – 40 минут бешерергә.Крем өсөн эремсекле сырға шәкәр оно, һөт өҫтө һалып, блендер менән туҡырға.Меренга бешкәс, мейестән алып һыуытырға. Һуңынан аҫтын өҫкә әйләндерергә лә, крем һылап, төрөргә (ҡағыҙҙы тиҙ генә әйләндерә барып төрөргә кәрәк). Рулеттың өҫтөнә ҡайнатма һыларға, еләк менән биҙәргә мөмкин.
Фото: mykaleidoscope.ru