+3 °С
Облачно

Хужабикәгә

Ҡурай еләге ҡайнатмаһы 1 кг еләккә 1,2 кг шәкәр ҡомо, бер аҙ лимон кислотаһы алына. Еләкте һыуыҡ һыуҙа йыуып, һөҙгөстә һарҡытып алырға. Һауытҡа һалып, шәкәр ҡомо ҡушырға, бер нисә сәғәткә һалҡынса урынға ултыртырға. Утҡа ҡуйғас, шәкәр иреп бөткәнсе һаҡ ҡына бутап торорға. Шунан ярты сәғәткә уттан алып торорға ла тағы ҡайнатырға. Шулай эшләгәс, ҡайнатма әҙер булыр алдынан лимон кислотаһы өҫтәргә.

Добавить в предпочтительные источники Google
ХужабикәгәХужабикәгә
Хужабикәгә

Алма бәлеше

Ҡамыр өсөн 1 стакандан артығыраҡ он, балғалаҡ осонда тоҙ, 6 аш ҡалағы ваҡланған маргарин, эслеккә стакандан артығыраҡ ҡаймаҡ, 2 ҙур йомортҡа, тулыр-тулмаҫ стакан шәкәр ҡомо, сирек стакан он, эре дүрт йомшаҡ алма кәрәк.
Ҡамыр баҫҡанда онға, берәр ҡалаҡлап өҫтәп, 4–6 аш ҡалағы һыу ҡушыла. Ҡамырҙы ярты сәғәткә һыуытҡысҡа ҡуялар.
Ҡаймаҡты, йомортҡа, шәкәр ҡомо, он һалып, күпертеп бутайҙар. Табанан ҙурыраҡ (табаның өҫтөнә сығып торорға тейеш) йәймә яһағас, уға таҙартылған һәм туралған алма телемдәре теҙелә, өҫтөнә эслек ҡойола. 40 минут тирәһе бешә.

Автор:
Читайте нас