-3 °С
Облачно

Еләкле галета

Уны әҙерләү өсөн он, аҡ май, 7 аш ҡашығы шәкәр ҡомо, баҡса еләге, 2 сәй ҡалағы крахмал, 3 аш ҡашығы һыу кәрәк.

Добавить в предпочтительные источники Google
Еләкле галетаЕләкле галета
Еләкле галета

Шәкәр ҡомо менән ондо бутағандан һуң, уға ыуығыстан ыуылған майҙы һалып болғатабыҙ. Алдан һыуытҡысҡа ҡуйылған һап-һалҡын һыуҙы өҫтәйбеҙ һәм ҡамырҙы ыуа-ыуа шар рәүешенә килтереп берләштерәбеҙ, һуңыраҡ 20 минутҡа һыуытҡысҡа ҡуябыҙ. Унан алып йәйгәндән һуң, өҫтөнә крахмал һибергә кәрәк. Яҡшылап йыуылған һәм икегә бүленгән еләктәрҙе әҙер йәймәгә һалып, өҫтөнә шәкәр ҡомо һибәбеҙ. Пирогтың өҫтө асыҡ ҡалырлыҡ итеп, еләктәрҙе ҡамыр менән “төрәбеҙ” һәм духовкала 180 градуста 40 минут бешереп алабыҙ.

Фото: postila.ru

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас