+1 °С
Ясно

Кәбеҫтәгә төрөлгән ҡыяр

Был консервацияны яһау өсөн ҡыяр, кәбеҫтә, әнис, керән, һарымһаҡ, ҡарағат япрағы, тоҙ, шәкәр һәм аш һеркәһе кәрәк.

Добавить в предпочтительные источники Google
Кәбеҫтәгә төрөлгән ҡыярКәбеҫтәгә төрөлгән ҡыяр
Кәбеҫтәгә төрөлгән ҡыяр

Әҙерләү:

Башта өс литрлыҡ банкаға керән, ҡарағат япраҡтарын, әнис, ике-өс тырнаҡ һарымһаҡ һалабыҙ. Ҡыярҙың остарын киҫеп, кәбеҫтә япрағына төрөп, тәмләткестәр өҫтөнә теҙәбеҙ. Шунан ҡайнаған һыу ҡойоп, 20-30 минутҡа ҡалдырабыҙ.

Һыуынғас, һыуын кире бушатып, тоҙлоҡ эшләйбеҙ. Өс литрлыҡ банкаға 1,5 аш ҡалағы тоҙ, ике аш ҡалағы шәкәр кәрәк.

Артабан банкаға аш һеркәһе ҡоябыҙ ҙа, тоҙлоҡ һалып, 15 минут стерилләгәндән һуң тимер ҡапҡастар менән ябабыҙ.

Ашығыҙ тәмле булһын!

Фото: cookpad.com

Автор:
Читайте нас