+20 °С
Ясно

Айранлы сөгөлдөр

Эҫе көндә һалҡын аш бик шәп була.

Добавить в предпочтительные источники Google
Айранлы сөгөлдөрАйранлы сөгөлдөр
Айранлы сөгөлдөр

Кәрәк: бер литр айран, дүрт сөгөлдөр, биш картуф, өс ҡыяр, дүрт йомортҡа, дүрт йәшел һуған, бер услам укроп, тәмләткестәр.

Сөгөлдөрҙө, йомортҡаны, картуфты бешереп алырға ла ваҡлап турарға. Ҡыярҙы, һуғанды, укропты ла турап ҡушырға. Тоҙларға. Теләгән тәмләткестәрегеҙҙе һалырға була. Уларға һалҡын айран ҡойорға ғына ҡала.

Тәмле булһын!

 
Алһыу Ишемғолова
Автор:
Читайте нас