+11 °С
Ясно

Картуфтан тәмле салат

Уның өсөн 400 грамм картуф, ике тоҙло ҡыяр, бер баш һуған, йәшел һуған, бер сәй ҡалағы гәрсис, дүрт аш ҡалағы майонез, тоҙ, борос кәрәк.

Добавить в предпочтительные источники Google
Картуфтан тәмле салатКартуфтан тәмле салат
Картуфтан тәмле салат
Әҙерләй башлайбыҙ. Башта картуфты әрсеп, тоҙло һыуҙа бешерәбеҙ. Шунан тоҙло ҡыярҙы, башлы һуғанды ваҡлап турап гәрсис, майонез менән бергә бутайбыҙ. Артабан салат һауытында әҙер, һыуыған картуфты шаҡмаҡлап турайбыҙ ҙа, тоҙ, борос һибәбеҙ. Уға әҙер ҡыяр ҡатнашмаһын өҫтәйбеҙ. Соус һалып һәйбәтләп болғатабыҙ.
Әҙер салатҡа ваҡлап туралған йәшел һуған һибеп өҫтәлгә ҡуйырға мөмкин.
Ашығыҙ тәмле булһын!
Фото: 2018god.net
 
Автор:
Читайте нас