Уның өсөн 400 грамм туҡмас (паутинка), бер кишер, бер баш һуған, ярты килограмм ит, тәмләткестәр кәрәк.
Башта ҡоро табала утта туҡмасты ҡыҙҙырабыҙ. Итте, һуғанды, кишерҙе ваҡлап турайбыҙ. Шунан табаға үҫемлек майы һалып итте 15-20 минут тирәһе ҡурабыҙ. Йәшелсәләрҙе, тәмләткестәр өҫтәп ебәрәбеҙ. Талғын ғына утта 10 минут тирәһе ҡыҙҙырабыҙ.
Артабан уның өҫтөнә туҡмасты һалып, һыу өҫтәп ҡапҡасын ябып тағы ла 5 минут тирәһе быҡтырабыҙ.